Конкурста ике төркөм ҡатнашты. Бәләкәстәр – дүрт, ҙурҙар төркөмө өс номер әҙерләгәйне.
“Оҙаҡ ваҡыт сит ерҙәргә сығып йөрөй алманыҡ. Шуға ла был конкурста ҡатнашыуыбыҙға бик ҡыуандыҡ. Иң ҡатмарлыһы – тултынланыуҙы еңеү булды”, – ти “Виктория” ансамбле тәрбиәләнеүсеһе София Борисова.
Ансамбль киләсәктә лә бәйгеләрҙә ҡатнашырға йыйына. 18 апрелгә мөһим ваҡиға – ҡала мәҙәниәт үҙәгендә “Уяныу” тип аталған яҙғы концерт билдәләнгән.
Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы