Ҡарағастың донор ағасын әҙерләргә кәрәк (ул өлтөк түгел, ғәҙәти ҙә булырға мөмкин). Уның йәше һәм диаметры яҡынса ғына булһа ла “пациент”тыҡы менән тура килергә тейеш. Ошо донор ағас Ҡужандағы өлтөк ҡарағастарҙың өлөшөнә әйләнәсәк. Ялғанған урын ағас таптары йәки саң менән тулмаһын өсөн ипле генә, яра урындарына тура килтереп эш итергә кәрәк. Донор ҡуйылған урындарҙы “йәшәп китеүе” өсөн фитогормондар менән эшкәртеү. Өҫтәмә ярҙам, транспирацияны кәметеү. Олон аша ағас күп һыуҙы юғалта. Ә әлегә туҡландырыусы матдәләре булған һыу ағас тамырҙары һәм олондары өсөн бик кәрәк. Шуға ағас ботаҡтарын 30 процентҡа ҡырҡырға хәл ителде. Бының өсөн транспирацияны кәметә торған супер препарат файҙаланыласаҡ. Ул дымды ылыҫ аша парға әйләндермәүгә булышлыҡ итәсәк. Ошондай препаратты ҡалаларҙа үҫкән ағастарҙа дымлылыҡты һаҡлау өсөн тотоналар. Ағастар ҡоромаһын өсөн, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла, уларға һыу ҡойорға. Артыҡ ботаҡтарҙы ҡырҡҡандан һуң, ағас ҡалдыҡтары генетик йәһәттән тикшереләсәк. Был эште Рәсәй Фәндәр академияһының Биохимия һәм генетика институты һәм Башҡорт дәүләт университеты атҡарасаҡ. Ошо көндәрҙә ҡарағастарҙың орлоғона зыян итеүсе бөжәктәр иҫәпкә алынасаҡ, сөнки ағастарҙың орлоҡтары мөһим. Ағастарға зыян килтергән бөжәктәрҙең күпме икәнлеген асыҡлағас, ботаҡтарҙы эшкәртеү өсөн күпме химикат кәрәк икәнлеге билдәле буласаҡ. Был орлоҡтарҙың продуктлылығын арттырыу өсөн кәрәк. Орлоҡтарҙы йыйыу. Уларҙы клонлаштырыу лабораторияһында йәки элеккесә ерҙә үҫтереү. "Был ун аҙымдың 100 процент һөҙөмтә килтермәүе лә ихтимал. Шуға әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ, уйлайыҡ”, - тип яҙған Михаил Кривошеев.
Ҡужан ағастарының тергеҙелеүен теләйек. Ғөмүмән, барлыҡ ағастар, үҫемлектәр хәстәрләүгә мохтаж. Был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының төп бурыстарының береһе.
Фото: Михаил Кривошеевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.