Проектты тормошҡа ашырыу 2024 йылға тиклем дауам итә. Автомобиль юлдары өлөшөн норматив талаптарға еткереү өсөн уны 77,6 процент бойомға ашырыу бурысы ҡуйыла. Былтыр бурыстың 56,53 проценты үтәлгән булған.
– Быйыл иһә милли проект сиктәрендә юл хәрәкәтенең техник берәмектәрен: светофорҙарҙы, юл билдәләрен, йәйәү йөрөү кәртәләрен төҙөү, юл аша сығыу урындарын өҫтәмә яҡтыртыу күҙаллана. Шулай уҡ 11,9 км һуҙымында автомобиль юлдарын ремонтлау планлаштырыла. 5 яңы светофор ҡуясаҡбыҙ һәм булған 7-һен яңыртасаҡбыҙ, - тигәйне ул.
Ошо көндәрҙә ҡала урамдарында юлдарҙы төҙөкләндереү эштәренең гөрләп тороуына үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Шуларҙың иң ҡыҙыу барған урыны Тыныслыҡ урамы буйлап Колхоз баҙарына тиклем һуҙылғанылыр, моғайын. Бында эш техника ярҙамында ла, ҡул көсө менән дә ҙур темптарҙа алып барыла. Заказды үтәүселәр «Комстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Рәйел Фәрит улы Басиров һөйләүенсә, әле эште алып барған егәрле егеттәр гел бер урында ғына тапанмай, ә заказ буйынса бөтә Башҡортостанды иңгә-буйға урап сыҡҡандар тиһәк тә була. Рәйел Фәрит улы үҙе сығышы менән Архангел районынан. Ә егеттәрҙең күбеһе Өфөнән, араларында райондыҡылар ҙа бар икән.
- Нигеҙҙә брусчаткаларға демонтаж үткәрәбеҙ. Юл бордюрҙарын торғоҙабыҙ, фрезерлайбыҙ, Юлдарға аҫҡы һәм өҫкө ҡатлам асфальт түшәйбеҙ. Эште 15 майға тамамларға тейешбеҙ, тип һөйләй ул кинәнес менән. Ни өсөн тигәндә, улар өсөн йәшәү- ашау шарттарын да бик яҡшы ойошторған Стәрлетамаҡ. Эш хаҡтарын да выҡытында түләп торалар икән. Шулай булғас, әлбиттә, кәйефтәр күтәренке, көнө буйы эшләһәләр ҙә арыу-талыу һиҙелмәй. Оҙаҡламай Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 1 Майҙы ҡаршылайбыҙ. Ҡалабыҙ мәнфәғәте өсөн төрлө тармаҡ һәм эшмәкәрлек өлкәһендә тырышып хеҙмәт иткән, юғары һөнәри кимәлдә эшләүсе ошо егәрле егеттәр йөҙөндә хеҙмәт кешеһенә ҡарата күңелдәрҙә хөрмәт бермә-бер арта бара.