Подрядсы ойошмалар Ҡара диңгеҙ урамы буйынса Хоҙайбирҙин урамынан Имай Насыри урамына тиклем, Октябрь проспекты буйынса Артем урамынан Төҙөүселәр урамына тиклем, Сәғитов урамы буйынса Казин урамынан Тыныслыҡ урамына тиклем, Хоҙайбирҙин урамы буйынса Элеватор урамынан Совет урамына тиклем, Гоголь урамы буйынса ВТС-тан Ольховкаға тиклем, шулай уҡ Салтыков-Щедрин урамы буйынса Ҡара диңгеҙ урамынан тимер юлына тиклем асфальт- бетон япмаһын фрезерлау, демонтажлау эштәрен һәм бордюр ташын монтажлау эштәрен башҡаралар. Тыныслыҡ урамы буйынса Сәғитов урамынан алып рус драмтеатры ҡултығына тиклем бордюр таштары демонтажлана. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә ҡалала юл хәрәкәте ойоштороу , техник матдәләрен ҡуйыу буйынса эштәр башҡарыла. Бөгөн иһә 12 объектт ың 11-нә светофорҙар һәм юл билдәләре ҡуйылған да инде.