Тормоштарының яҡты, ғәмһеҙ осоро менән хушлашҡанда, өлкән класс уҡыусылары бер нисә сәғәткә үҙҙәрен тағы ла бәләкәс итеп тойорға мөмкинлек алды. Мәктәпкә йомшаҡ уйынсыҡтар, машиналар тотоп, кескәйҙәр өсөн күлдәк-ыштанда килделәр. Әлбиттә, был көндө дәрес ҡайғыһы булманы. Тәнәфестәрҙә уҡыусылар “Чунга-чанга”, “Антошка” кеүек бәләкәстәр йырҙарын йырланы, йомаҡтарға яуап эҙләне, бейене.
Көн сағыу, хис-тойғоға бай, күңелле үтте.
“Мәктәбебеҙҙә был байрам күптән йәшәп килә. Ул – уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй яратҡан сара”, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Рәфил ҡыҙы.
Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелде. Был хаҡта "Башҡортостан ҡыҙы" журналы яҙып сыҡты. Бала саҡтың бер көнөнә ҡайтыу - үҙе бәхет!
Фото – Борай район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.