“Икмәкле ихата”ның асылыуын ауыл халҡы көтөп алды. Ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап, үҙ иттеләр, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Икмәкханала бешерелгән ризыҡтарҙы эшҡыуар Аҡъярҙан тыш, күрше ауылдарға ла алып барырға йыйына. Артабан етештергән тәғәмдәрҙең ассортиментын арттырырға ниәтләй.
Яңы эш башлаған Гүзәл Аллағоловаға ҡоролмалар алыуға киткән сығымын ҡаплау өсөн 2021 йылда район хакимиәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль программа буйынса 300 мең һум субсидия бүлгән. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр!
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.