Әммә бер ҡыйындың бер рәхәте тигәндәй, юлдарҙы мәшәҡәтһеҙ яңыртып та булмай. Көҙгөләй ялтырап ятҡан тигеҙ юлдарҙан йөрөргә теләһәк, түҙеп торорға тура килә инде.
Атап әйткәндә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы ав-томобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә баш-ҡарылған ремонт эштәре әлеге ваҡытта Хоҙайбирҙин, Тыныслыҡ урамдарында ҡайнай, Ҡара диңгеҙ урамында асфальт түшәлеп бөттө лә инде. Кисә ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡала советы депутаттары, Стәр-летамаҡ ҡалаһы профсоюз ойошмаларының биләмә бер-ләшмәһе Координацион советы вәкилдәре менән берлектә башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеп алды. Оҙаҡ тикшергәндән һуң етешһеҙлектәр ҙә асыҡланды.
– Ҡайһы бер урындарҙа юл сифаты талаптарға яуап бирмәй, норманан артыҡ ауыш ерҙәре бар, соҡорайып киткән өлөшөнә лә тап булдыҡ. Акт төҙөлдө, подрядсы ойошма етешһеҙлектәрҙе бө-төрөргә тейеш, – тип билдәләп китте тикшереүҙән һуң ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов.
Телгә алып үткән етеш-һеҙлектәр тиҙ бөтөрөлөр, ҡалған урамдарҙа ла яңы асфальт түшәлеп, сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдарҙан ғына елдерербеҙ әле.