Комиссия ағзалары билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге республикала тәүге моделле пилот үҙәгенә әүерелде. “Мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен тәьмин итеү өсөн хеҙмәт баҙары тәьҫирлеген күтәреү” төбәк проектына ярашлы, бында бөтә нәмә тамырынан үҙгәрҙе – исеменән алып хеҙмәттең функцияларына тиклем. Яңыртылған мәшғүллек үҙәге хәҙер “Рәсәй эше” бренды аҫтында эшләй. Ул килеүселәр өсөн дә, белгестәр өсөн дә уңайлы. Хәҙер һәр кем интерактив порталдағы шәхси кабинет аша үҙаллы ҡулайлы датаны һәм ваҡытты һайлай ала.
- Ҡағиҙә булараҡ, мәшғүллек хеҙмәтенә кешеләрҙе тормоштағы ауырлыҡтар, көтөлмәгән ауырлыҡтар юлыҡтыра. Һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында хеҙмәттәр тәҡдим иткәндә барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтылған эш биреүсенең теләген дә иғтибарҙа тотоу мотлаҡ. Бындай хеҙмәттәр комплексы “бизнес- хәл” принцибы буйынса күрһәтелә, - ти Мәшғүллек үҙәге директоры Сергей Щипакин.
Системала ике бизнес-хәл – “Бәләкәй предприятие булдырыу” һәм “Мәшғүллек үҙәгенең кадрҙар тотороҡһоҙлоғо юғары булған ойошмалар менән берлектәге эше” индерелгән һәм һыналған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға тиклем түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә кәрәк: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм төп фондтарҙы модернизациялау өсөн алдынғы идара итеү, ойоштороу һәм технологик ҡарарҙарҙы ғәмәлгә индереүҙе дәртләндереү, шул иҫәптән һалым ташламалары биреү юлы менән; хеҙмәт етештереүсәнлегенә ҡамасаулаусы норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнлеге түбән булған эш урындарын алмаштырыу; хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын булдырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы ҡулланыу юлы менән. Был хаҡта «Башҡортостан» гәзите яҙып сыҡты.