Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
18 Май 2021, 03:00

«Купец 2.0» форумына рәхим итегеҙ!

Ошо исем аҫтында 22 майҙа Стәрлетамаҡта «Салауат» кинокомплексы алдында эшҡыуарҙар фестивале уҙасаҡ. Сараны Стәрлетамаҡ Эшҡыуарҙар ассоциацияһы, «Матурама» һәм «Рәсәй таянысы» («Опора России») йәмғиәттәре үткәрә. Форум бизнесты яҡлау маҡсаттарының береһе булған «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» проектының «Эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡаланың тарихи майҙанын тергеҙеү, урындағы эшҡыуарҙарҙың потенциалын күрһәтеү һәм майҙанды урындағы етештереүселәрҙең һәм ҡул оҫталарының продукциялары менән таныштырыу, уларҙың эштәрен күрһәтеү – фестивалдең маҡсаты булып тора.
Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, «Купец 2.0» исеме Стәрлетамаҡ үҙ тарихын хәтерләүсе ҡала булғанға һайланған. Революцияға тиклем бында фәҡәт сауҙагәрҙәр ҡаланы үҫтереүсе төп көс булғандар ҙа инде. Теләгән бер кеше йәрминкә, фуд-корт, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән урында ҡатнаша йәки спонсор була ала. Был хаҡта бәйләнештә «Вконтакте» (https://vk.com/apstr102) социаль селтәренең «Документтар» бүлегендә тулыраҡ танышырға була.
Читайте нас