Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына булышлыҡ сиктәрендә үтә.
Йыл һайын Рәсәй буйынса ҙур сараларҙа миллиондарса һауа һәм гелий шары осорола. Латекс бер нисә йыл буйы тарҡала, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә. Бынан тыш, күп йәнлектәр уны аҙыҡ тип ашай, ҡоштар иһә бау-ептәрҙә бутала, был уларҙы һәләкәткә килтерә. Һауаға осоролған “ҡытай фонарҙары”ның сымдан торған тирәсенә ҙур булмаған хайуандар эләгә лә сыға алмай. РФ Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығы хәбәр итеүенсә, бындай фонарҙар янғын сәбәпсеһе булған осраҡтар ҙа бихисап.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һауаға шарҙар, янған фонарҙар ебәреүҙе кәметеүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуы хаҡында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү маҡсатында муниципаль берәмектәргә хаттар ебәргән. Был хаҡта "Башҡортостан ҡыҙы" журналы яҙып сыҡты.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.