Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Май 2021, 06:20

Юл йүнәтеү өсөн - 170 миллион һум

Стәрлетамаҡ юлдарҙы ремонтлау өсөн 170 миллион һум алды. Аҡса «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә федераль һәм муниципаль бюджеттан күсерелде.

Ремонт эштәре Гоголь, Суханов, Тыныслыҡ, Хоҙайбирҙин һәм Ҡара диңгеҙ урамдарында бара. Тағы ла ике урамда ремонт тамамланды.
Ҡала хакимиәтендә 30 июлгә тиклем ремонт эштәре тамамланасаҡ, тип вәғәҙә итәләр.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас