Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Май 2021, 04:05

Сауҙагәрҙәр йәрминкәһе

Үткән шәмбе Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр эшҡыуарлыҡ фестивале булды. «Купец 2.0» исеме аҫтында уҙғарылған йәрминкәлә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡ директоры Рәмил Хисмәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашты.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ – элек-электән сауҙагәрҙәр ҡалаһы булған. Ҡалабыҙҙың тарихи өлөшөндәге бынан йөҙ йыл самаһы элек гөрләп торған сауҙа үҙәге йәнә оло бер йәрминкәгә әйләнде. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған фестивалгә атама ла юҡтан ғына алынмаған. Фестивалгә арналған концерт программаһында Әбей батша – Екатерина II указы менән Ашҡаҙар йылғаһында Тоҙ пристанына нигеҙ һалыусы Савва Тетюшев образы һынландырылыуы ла оло мәғәнәгә эйә. Нисек кенә булмаһын, революцияға тиклем ҡаланы үҫтереүҙә төп көстө тап сауҙагәрҙәр тәшкил иткән бит.
Әйткәндәй, “Салауат” кинотеатры алдындағы иҫке бинаны өлкән быуын кешеләре хәтерләйҙер, 80-се йылдар башында ундағы магазинда “Галантерея”, “Трикотаж” һәм башҡа бүлектәр эшләй ине. Ана шул сауҙа рәттәрен 20-се быуат башында (1906 йылдарҙа) атаҡлы сауҙагәр Баязитов бай һалдырған булған. “Ҡыҙыл” тауар магазины тип аталған был сауҙа рәттәрендә затлы ебәк, ситса, кешмир һәм таҫмалар һатылған. Хәҙер был урында шуға оҡшаш яңы бина төҙөлөп, унда “Бургер Кинг” рестораны урынлашҡан. Әле бер нисә йыл элек тә йәнәшәһендә генә ике ҡатлы йорт бар ине. Унда “Фантазия” фотосалоны эшләй ине, уныһын да Баязитов бай төҙөткән. Һәр хәлдә был урынды элек “Баҙар майҙаны тип йөрөткәндәр. Хәйер, Үтәмешев, Усманов, Ғәбитов, Ҡайғолов, Кәримов кеүек атаҡлы сауҙагәрҙәре менән дан тотҡан Боронғо ҡала биҫтәһе улар һалдырған зиннәтле биналар менән әле лә ҡалабыҙҙың йәме булып, йылылыҡ бөркөп тора.
...Боронғолоҡ менән хәҙерге заман кәсептәрен берләштергән был үҙенсәлекле йәрминкәлә ниндәй генә әйберҙәр юҡ ине! Был көндө ҡаланан ғына түгел, республиканың төрлө тарафтарынан килгән оҫталар үҙҙәре яһаған әйберҙәрҙе һатыуға ҡуйғайны. Халыҡ кәсептәренең иң өлгөлө һәм сифатлы продукциялары сығарылғайны йәрминкәлә. Йәнең теләгән әйберҙе тәмләп ҡарарға йәки һатып алырға мөмкин ине унда: етештереүселәр, фермерҙар алып килгән тәбиғи ризыҡтар, үлән сәйҙәре, балдан әҙерләнгән продукция, ҡомалаҡтан бешергән икмәк ризыҡтары, шоколад, тәбиғи аштар һ.б.
Кемдер тиренән яһалған әйберҙәр тәҡдим итһә, кемдәрҙер эпоксид ыҫмаланан биҙәүестәр менән һатыу итте, ә кемдер сумкаға тиклем үҙе бәйләй икән. Хатта көндәлек көнкүрештә инде күптән онотолоп бөткән килегә тиклем килеп ултырғайны йәрминкәгә.
Кинокомплекс майҙанында урын етмәгәс, сауҙа рәттәре кинотеатр артында ла теҙелеп киткәйне. Унда шулай уҡ балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға, “Торатау” мәргән уҡсылары сығышын ҡарарға мөмкин ине. Йәрминкә сиктәрендә ҡала буйынса экскурсия ойошторолдо, махсус туристик майҙансыҡ та фестиваль ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде.
Фестиваль уңайынан, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡаланың үҫешенә өлөш индергән бер төркөм эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ үҙенең бай тарихлы, сауҙагәрҙәр ҡалаһы икәнлеген йәнә бер тапҡыр раҫланы. Ошо матур башланғыс артабан да дауамлы булыр тигән фекер ҡалдырҙы был сара.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Баязитов байҙың бүләсәре Эльмира социаль селтәрҙәрҙә ҡартатаһы тураһында бына нимә тип яҙа: “Баязитов Зариф Кәлимулла улы – минең ҡарт олатайым. Илдә сыуалыштар башланғас, өләсәйемде бөтә ир һәм ҡыҙ туғандары менән бергә Урта Азияға һөргәндәр, Мәскәүҙә йәшәгән туғандары Францияға күсеп киткән. Өләсәйемдең һөйләүе буйынса, уның атаһы сауҙагәр булған, уның йортонда хәрби комиссариат булған. Бинаның үҙәк өлөшөндә колонналары булған. Миңә йортто система тарҡалғандан һуң һүтеп ташлауҙары тураһында һөйләнеләр, өләсәйем миңә документтарын биреп, шул йортто эҙләп табырға ҡушты. Әле осраҡлы ғына рәүештә һеҙҙең сайтҡа тап булдым һәм был бинаның әле һаман да бар икәнлеген аңланым - ныҡ туҙған өлөшө булһа ла һаҡланып ҡалған. Унда фәҡирҙәрҙе ашатып, ҡундырып сығарыу өсөн ятаҡ булған. Бәләкәй саҡта өләсәйем мине Стәрлетамаҡҡа алып килеп, шул йортто күрһәткәйне. Бик бәләкәй булғанлыҡтан, ныҡлы хәтерләмәйем. Аҙаҡ ул иҫке, әммә сифатлы итеп төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе күрһәтеп тә һөйләгәйне. Үкенескә ҡаршы, өләсәйем хәҙер иҫән түгел инде.
90-сы йылдар башында өләсәйем шул йортто табырға ҡушҡайны, әммә ул саҡта миңә йортто һүтеп ташлауҙары тураһында әйттеләр. Мин башҡа был темаға әйләнеп ҡайтманым.”
Читайте нас