Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Июнь 2021, 03:50

ТАҢ АТҠАНСЫ – ЯҢЫ ЮЛ!

Октябрь проспектында эштәр ҡабул ителде.Яҙ башланыу менән Стәрлетамаҡтың ҡайһы өлөшөнә генә баҡма, һәммәһендә юл һалыу эштәре ҡайнай. Ҡайҙа ремонт яһайҙар, ҡайҙа – яңынан юл һалына.#Миллипроекттар#Нацпроекты

Ҡайһы бер урамдарҙа урын әҙерләнһә, Октябрь проспектының “Сити-Молл” сауҙа үҙәге алдындағы өлөшөндә, мәҫәлән, юл файҙаланыуға тапшырылды ла инде. Махсус комиссия ентекле тикшереп ҡабул итте.
Әйтергә кәрәк, быйыл юл һалыу эштәре әүҙем бара, ә иң мөһиме: уңайлы булһын өсөн асфальт төнөн түшәлә. Тағы бер үҙенсәлек: ҡайһы бер объекттар хатта алдан тапшырыла. Әммә, әлеге комиссия билдәләүенсә, тиҙ һалыу бер, иң мөһиме: башҡарылған эш һөҙөмтәле, сифатлы булһын. Һәр хәлдә, Октябрь проспектында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә эштәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә еренә еткерелеп башҡарылды.

Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас