Ҡыҙылъярҙағы һәм Павловкағы “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә 1380 уҡыусы белем ала. Төп һәм өҫтәлмә дөйөм белем биреү программаларын бойомға ашырыу өсөн матди-техник база яңыртылған, бының өсөн 3230,93 мең һум аҡса тотонолған. Технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып барыусы уҡытыусылар квалификацияһын күтәргән.
“Үҫеш еөктәһе” үҙәктәрен асыу өсөн физика, химия, биология кабинеттарына дөйөм суммаһы 4,5 миллион һумлыҡ уҡыу йыһаздары алырға ниәтләйбеҙ”, – тип аңлата Нуриман районы Белем биреү идаралығы етәксеһе Гөлнара Мырҙаҡаева.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асыла.
Фото – Нуриман район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.