Делегацияға республикалағы “Инмаш” концерны, “БелЗАН”, “Искож”, “НефАЗ”, “Мәләүез минераль ашламалары”, “ОЗНА” компанияһы кеүек сәнәғәт предприятиеларының 50-гә яҡын вәкиле инде.
Делегация ағзалары Двигателдәр заводында, Уҡыу-технологик комплексында, “КамАЗ” составына ингән Автомобиль заводында булды. Улар шулай Башҡортостан компанияларынан “КамАЗ” һәм “НефАЗ” предприятиеларына деталдәр һәм запас частар оҙатыу, кооперация бәйләнештәре булдырыу, консультация хеҙмәте күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Сәфәрҙең икенсе көнөндә ҡунаҡтар өсөн “Механик эшкәртеү производствоһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” тигән семинар тренингы үткәрелде. Сара Кама индустриаль паркы майҙансығындағы “КамАЗ”дың процестар фабрикаһында булды.
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/373941/