Республиканың ЮХХДИ идаралығында Юл хәрәкәте өлкәһендә административ тәртип боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған теркәү үҙәге файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр 1015 аппарат-программалы комплекс ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың өс миллиондан ашыу осрағы теркәлгән. Быйыл тағы ошондай 800 ҡорамал ҡуйыу ҡаралған.
Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бурыстарын уңышлы тормошҡа ашырған төбәктәр иҫәбенә ингән. Милли проектҡа ярашлы, быйыл урам-юл селтәре торошон яҡшыртыуға 5,7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
Республика биләмәһендә 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса юл-транспорт ваҡиғалары күп булған 75 урын теркәлгән, был 2005 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға кәмегән, йәғни ул саҡта 210 хәүефле урын иҫәпләнгән.