Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Июнь 2021, 04:00

Милләтте һаҡлар һәм күтәрер ҡиммәт ул – хеҙмәт

Кесе йәштән балаларыбыҙҙы һөнәрҙәргә өйрәтһәк һәм күнекмәләр бирһәк, уның мул емештәрен киләсәктә күреп ғорурланырбыҙ ғына.Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Мәшғүллек хеҙмәтенең 30 йыллығына арналған “Мин һәм минең киләсәк профессиям” конкурсы тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп үткәрелде.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балаларҙың бар оҫталыҡтарын һәм фантазияһын һалып ижад иткән һүрәттәре юғары баһаланды. Ведомство етәксеһе Ленара Иванова ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алыу кескәйҙәрҙең күңелендә оҙаҡҡа һаҡланасаҡ. “Әлбиттә, профессиональ эшмәкәрлектең ҡайһы бер элементтарын балаларға аңлауы әлегә ауыр, әммә һәр һөнәрҙә образдар, тормоштан алынған аныҡ ваҡиғалар, тарих һәм тәьҫораттар нигеҙендә күҙ алдына килтерә торған яҡтар бар. Шуға күрә балалар баҡсаһына йөрөй башлаған йәштән алып хеҙмәт төрҙәре хаҡында аңлатыу артабан профессиональ үҙаңды үҫтереүгә ярҙам итәсәк,” - тине ул һәм күңелгә ятҡан һөнәрҙе һайлауҙарын теләне.
Конкурста өс йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты, 400-ҙән ашыу ижади эш тикшерелде, һәр йәш категорияһында еңеүселәр билдәләнде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.
https://bash.rbsmi.ru
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас