Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
24 Июнь 2021, 13:00

“Урмандарҙы һаҡлау” проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына быйыл һатып алынған һуңғы өс техника килде. "МЛУ-А" урман ултыртыу машиналары Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтары өсөн.– Яңы ағас ултыртыу машиналары урманды тергеҙеү эштәрен сифатлы һәм ваҡытында атҡарырға булышлыҡ итәсәк, – тип белдерҙе урман хужалығы етәкселәре.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәғлүм булыуынса, Урман хужалығы министрлығына ҡараған учреждениеларҙы янғын һүндереү һәм хужалыҡ техникаһы менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендәге “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыу мөмкин булды. Проект маҡсаты – 2024 йылға тиклем ҡырҡылған урман нисбәте ултыртылған урман майҙанына тиң булырға тейеш.
Быйыл Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡырҡылған һәм ултыртылған урмандың нисбәтен 98,4 процентҡа еткерергә планлаштыра, йәғни 14,3 процент майҙанда ағас ултыртыу эштәре үтергә тейеш.
Федераль проект сиктәрендә быйыл бөтәһе 54,5 миллион һумлыҡ 25 берәмек урман хужалығы техникаһы (тракторҙар), 45 берәмек урман хужалығы ҡорамалы (культиватор, һабан, дискылы тырма) һатып алынған.
Шуны ла әйтергә кәрәк, әле яһалма ағас ултыртыу һәм ағас үрсетеү планлаштырылған күләмдең бөтәһе 90 проценты үтәлгән йәки 6200 гектар майҙанда (планлаштырылған майҙан 6900 гектар) ағас ултыртыу эштәре атҡарылған. Яһалма ысул менән ултыртылған урмандың 98 процентын ылыҫлы ағастар тәшкил итә.
“Урмандарҙы һаҡлау” проекты түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла: урман үҫентеләре орлоҡтары һаҡламын булдырыу, урман тергеҙеү эштәрен атҡарыу һәм махсус урман хужалығы техникаһы менән тәьмин итеү.
2020 йылда урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәр 15,3 мең гектар майҙанда атҡарылды, шул уҡ ваҡытта 13,99 мең гектарҙа ағас ҡырҡылды, йәғни ҡырҡылған урманға ҡарата ултыртылған урман майҙаны нисбәте 109,4 процентҡа тиң, ә республика өсөн 97,3 процент план ҡуйылғайны. Был һуңғы ун йылда республикала иң күләмле урман тергеҙеү күрһәткесе булып тора. Яһалма ағас ултыртыу буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй, ә Рәсәй буйынса – етенсе, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Фото: БР Урман хужалығы министрылығы сайтынан.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас