«Ҙур туристик өмә» экологик акцияһы Владимир Путиндың май указдарына ярашлы «Экология» милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса башҡарыла. Акция туристар һәм әүҙем ял яратыусылар араһында экология яҡлы тормош алып барыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн үҙегеҙ йыйған ҡалдыҡтарҙы фотоға төшөрөргә һәм социаль селтәрҙәрҙә #принёсзабери хештегы менән урынлаштырырға. Йыйылған тоҡтарҙы ҡаты ҡалдыҡтар контейнерына алып барып ташлаһағыҙ, эшегеҙ үтәлгән буласаҡ. Сарала эпидемиологик хәл торошто иҫәптә тотоп ҡатнашырға кәрәклеген онотмағыҙ.
#зелёнаябашкирия #зелёнаябашкирия #минэкологиирб #экобашкортостан #экологическоевоспитание #командахабирова #правительстворазвития #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыбашкортостан #госкомтуризмрб