Төҙөкләндереү эштәре өс этапта уҙғарыласаҡ, 2021 йылда тәүге этап тормошҡа ашырыласаҡ. Быйыл Хоҙайбирҙин урамынан алып Михайловка биҫтәһендәге йәйәү йөрөй торған баҫмаға тиклем 3 гектар ер төҙөкләндереләсәк.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта подрядсы ойошма яр буйына ҡара тупраҡ илтеп бушатҡан, пирс урынлаштырыу буйынса әҙерлек эштәре бара. Эшселәр таяуҙар ҡуйып сыҡҡан, баҫҡыстарын ҡоялар.
Бында шулай уҡ эскәмйәләр, велопарковкалар буласаҡ, әле инженер селтәрен монтажлау, тышҡы яҡтыртҡыстар, виде күҙәтеү ҡуйыу, асфальт, брусчатка юлдар түшәү, урам фонарҙары урынлаштырыу эштәре бара.