Июндә “Туризм.РФ” корпорацияһына ғаризалар биргәндәр араһында ошо эштәрҙе тормошҡа ашырырға теләгәндәр бар: “Морат” барлыҡ миҙгелдә эшләгән ғаилә курортын, Павловка һыуһаҡлағысы ярындағы “Павловкала ял йорто” заманса туристик, “Красноусол премиумы” һауыҡтырыу комплекстарын , “Ҡунаҡ-Тур” бренды аҫтында пейзаж-отелдәрен төҙөү. Был проекттар туристарҙы ылыҡтырыу урындары булыр тип күҙаллана.
“Милли проектҡа тармаҡта бер ҙә файҙаланылмаған маҡсат һалынған – айырым кластерҙарҙы түгел, тотош биләмәләрҙең туристик оҫталыҡ-пландарын ойоштороу", - тигәйне Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова.
Милли проект тарафынан ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү менән мәшғүл эшҡыуарҙарға ғына ярҙам итеү түгел, туризм йәһәтенән әүҙем макротөбәктәрҙе ойоштороу һәм үҫтереү ҡарала. Федераль структураларҙан ҙур финанс ярҙамды йәлеп итеү өсөн республиканың дәүләт комитеты “Ҙур Урал” туристик макротөбәк проектын эшләй башланы һәм унда ҡатнашырға тип Силәбе, Свердловск өлкәләре менән Пермь крайы вәкилдәрен саҡырҙы. “Беҙҙең берҙәм маршруттар автомобиль, тимер юлы, йылға, тарихи һәм велосипедсылар маршруттары бар. Федераль ярҙам менән берләшеү берҙәм инфраструктураны барлыҡҡа килтерәсәк һәм төбәктәрҙе туристик хеҙмәттәр баҙарына этәрәсәк”, - тине Эльмира Туҡанова.
("Башҡортостан" гәзитенән алынды.