

Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә, Башҡортостанда бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә ун ай эсендә 2,35 млн квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Күрһәткестәр үҫеше, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 22,1 процент тәшкил итә. Был Башҡортостанға торлаҡ төҙөү буйынса Волга буйы федераль округында бе-ренсе урынға сығырға һәм Рәсәй субъекттары араһында алтынсы урын алырға мөмкинселек биргән.
– Ағымдағы динамика шу-ны күрһәтә, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, йыл аҙағына маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәү күҙаллана, – тип билдәләй ведомство етәксеһе Егор Родин. – Шуныһы мөһим, федераль кимәлдә ҡабул ителгән саралар ғына түгел, шулай уҡ ташламалы ғаилә ипотекаһы программаһы 2023 йылға тиклем оҙайтыла, Башҡортостан биләмәләрендә проблемалы объекттар төҙөүҙе тамамлау юлы менән алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эштәр ҙә ырамлы бара. Ошо осорҙа ғына ла Өфөлә, Октябрьский һәм Нефтекамала республика көсө менән ете күп фатирлы йорт төҙө-лөп файҙаланыуға тапшырылды. Өҫтәп шуныһын да әйтәйек, шәхси торлаҡ төҙөлөшө күҙгә күренеп үҫешә. Быйыл ун ай эсендә барлыҡ финанслау сығымдары иҫәбенә, баҡса участкалары ерендә төҙөлгән торлаҡ йорттарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, (1, 36 млн кв. м.) былтырғы осор менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк торлаҡ төҙөлгән.
Торлаҡ төҙөлөшөнөң Берҙәм мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге көндә Башҡор-тостанда ике йөҙҙән ашыу төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. 3,4 млн кв. м.майҙанда 272 тирәһе йорт ҡалҡып сыҡҡан.
Роза САФИНА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
#Миллипроекттар#Нацпроекты