Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Ноябрь 2021, 10:11

Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Киләһе йылда Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡБашҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ
Башҡортостанда 44 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Беренсе  медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп йүнәлештәренең береһе.

Ошоға ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөлә, йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәре ойошторола.

Киң программаны төбәктә тормошҡа ашырыуға быйыл ныҡлап тотонғандар. 2021 – 2025 йылдарҙа амбулатория-поликлиника учреждениеларҙың ресурс нигеҙен нығытыу өсөн яңы объекттар төҙөлә һәм булғандары ремонтлана.

Программа буйынса, Башҡортостанда 490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөргә тейеш, был иҫәпкә поликлиникалар, участка дауаханалары, дөйөм практика табибы офистары, табип амбулаториялары, үҙәк район дауаханалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары инә.

Миҫал өсөн, йыл аҙағына тиклем Дүртөйлө районында өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Йәрмиә ауылында монтаж эштәре тамамланған да. Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов әйтеүенсә, бында 278 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 12 бала.

Барлыҡ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары тулыһынса йыһазландырыласаҡ, ашығыс ярҙам өсөн медикаменттар менән тәьмин ителәсәк. Әлеге ваҡытта Түбәнге Әлкәштә лә монтаж эштәре тамамланыу өҫтөндә.#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

bashgazet.ru

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас