Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Декабрь 2021, 04:05

Белоретта лимонад һәм кеүәҫ етештермәкселәр

Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Белоретта лимонад һәм кеүәҫ етештермәкселәрБелоретта лимонад һәм кеүәҫ етештермәкселәр
Белоретта лимонад һәм кеүәҫ етештермәкселәр

Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәлә алкоголһеҙ газлы эсемлектәр етештереү проекты тикшерелде.

Эшҡыуар башта кеүәҫ, һуңыраҡ лимонад сығарыу буйынса предприятие асырға ниәтләй. Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, 15 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Әле производствоны урынлаштырыу өсөн 470 квадрат метрлыҡ бина һайланған, ҡуртым килешеүе төҙөлгән. Проекттың инициаторы етештереү ҡорамалдарының бер өлөшөн һатып алған, баҙарға анализ яһап, бизнес-план төҙөгән, “Белорет” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индереү өсөн ғариза бирергә документ әҙерләй.

Эшҡыуар хакимиәттән ошо реестрға инеүҙә, шулай уҡ льготалы заем алыуҙа ярҙам һорай. Район хакимиәте башлығы йүнселдең документтарын тиҙ арала ҡарарға һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: pobeda26.ru

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас