Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Декабрь 2021, 06:00

Заманса ҡорамалдар менән эшләүе еңел

Хәҙер студенттар төрлө металдар менән эшләй аласаҡ.

Заманса ҡорамалдар менән эшләүе еңелЗаманса ҡорамалдар менән эшләүе еңел
Заманса ҡорамалдар менән эшләүе еңел

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” (“Образование”) милли проектына ярашлы, Туймазы индустриаль колледжына Финляндияла етештерелгән биш комплект Kemppi иретеп йәбештереү ҡорамалы һатып алынды. Уны колледжға Өфөлә уҙғарылған WorldSkills чемпионатынан һуң тапшырылды.

Дөйөм хаҡы алты миллион һумдан ашыу тәшкил иткән иретеп йәбештереү аппараттары колледждың уҡыу-практика оҫтаханаһында урынлаштырылды. Производствола уҡытыу мастеры Лариса Ғәлиева әйтеүенсә, хәҙер студенттар төрлө металдар менән эшләй аласаҡ. Мәҫәлән, алюминды иретеп йәбештерергә өйрәнәсәк. Заманса ҡорамалдар киләһе WorldSkills чемпионаттарында еңеүгә өлгәшеү мөмкинлеген һәм хеҙмәт баҙарында конкуренлыҡ ҡеүәһен арттырыр, тип көтөлә.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

bashgazet.ru

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/195392

 

Автор:
Читайте нас