Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
20 Декабрь 2021, 06:59

Башҡортостанға сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квота хупланды

2022 йылда Башҡортостанға сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квота хупланды. 

Башҡортостанға сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квота хупландыБашҡортостанға сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квота хупланды
Башҡортостанға сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квота хупланды

Сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү һәм уларҙың көсөн ҡулланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы виза алыуҙы талап иткән тәртиптә 1060 сит ил хеҙмәткәрен йәлеп итеүҙе планлаштырған 52 эш биреүсенең заявкаларын ҡараны. Республиканың 2022 йылда сит ил хеҙмәткәрҙәренә ихтыяжы тураһындағы тәҡдименә Рәсәйгә сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды билдәләү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында раҫланған 104 һөнәр буйынса 328 кешене йәлеп итеүгә 31 эш биреүсенең ғаризалары индерелгән.

- Сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды билдәләгәндә һәм Башҡортостан Республикаһында квоталар күләме буйынса тәҡдимдәр әҙерләгәндә эште координациялау Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йөкмәтелде. Эш биреүселәрҙең, шул иҫәптән сит ил граждандарының шәхси эшҡыуарҙарының ғаризалары нигеҙендә, ҡыҙыҡһынған территориаль федераль һәм республика башҡарма власть органдары ҡатнашлығында сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүгә ихтыяж билдәләнә һәм квоталар булдырыла, – тип аңлата республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова. – Ғәҙәттә, улар – эш хаҡы түбән булған баҙар сегментында мәшғүл уртаса квалификациялы эшселәр.

Бөгөн төбәктең хеҙмәт баҙарында төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа өлкәһендәге белгестәргә ихтыяж ҙур. Сит ил хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһына виза алыуҙы талап иткән тәртиптә һигеҙ илдән – Төркиәнән, Вьетнамдан, Ҡытайҙан, Монголиянан, Индонезиянан, Сербиянан, Филиппиндан һәм Таиландтан йәлеп ителә. Ғаризаларҙы ҡарағанда сит ил эшселәрен йәлеп итеү күләме менән хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеген сағыштырыу, квалификацияның билдәле бер кимәлен күҙ уңында тотҡан һөнәрҙәр буйынса хеҙмәткәрҙең стажына һәм белем кимәленә талаптар, тәҡдим ителгән вакансияларға Рәсәй граждандарын ҡабул итеү буйынса мәшғүллек үҙәге менән үҙ-ара эш итеү, һалым бурысының булыу-булмауы иҫәпкә алына.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") бурыстарына һәм маҡсаттарына тап килә.

Фото: ufaved.info

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас