Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Декабрь 2021, 04:05

“Ете аҙым”да һынатманыҡ

Башҡортостанда иң ҙур, иң зауыҡлы итеп төҙөлгән мәктәптәрҙең береһе ул – беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль мәктәбе! “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә оло бүләк булып асылды был белем усағыбыҙ. Бөгөнгө көндә иркен бүлмәләрҙә 2000 бала аң-белем үҙләштерә. 2020-2021 йылдан алып беҙҙең мәктәп үҙенең эшмәкәрлеген күп профилле полилингваль белем биреү учреждениеһы булараҡ алып бара. Тел өйрәнеү йәһәтенән төрлө саралар ҙа уҙғарыла. Шуларҙың сираттағыһы хаҡында һүҙебеҙ.

“Ете аҙым”да һынатманыҡ“Ете аҙым”да һынатманыҡ
“Ете аҙым”да һынатманыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы “Ете аҙым” марафонына беҙ ҙә ихлас ҡушылдыҡ. Был марафон сиктәрендә Башҡорт теле аҙналығының һәр бер көнө Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре менән телебеҙҙең күркәм сифаттарын асып һалыуға ҡайтып ҡалды.

Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡтың тәүге көнө М.Аҡмулла нәсихәттәренә ярашлы “Иманлы тел” девизы аҫтында ойошторолдо. Уҡыусылар уҡытыусыларын ишек төбөнән үк башҡортса сәләмләп ҡаршы алдылар. Фойела башҡорт көйҙәре яңғыраны. Уҡыусылар ҡараштарынан рухи күтәренкелек тойолдо. Бөйөк мәғрифәтсенең нәсихәттәре ҡурайҙың сатыр сәскәһе формаһында һынландырылған стенд һәр кемде үҙенә ылыҡтырып торҙо. Башланғыс кластар өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ҡыҙы, “Торатау” ансамбле етәксеһе Лиана Бурмистрова балаларға башҡорт халыҡ бейеү хәрәкәте нескәлектәрен төшөндөрөү маҡсатынан дәрес бирҙе. Уҡыусылар остазы ярҙамында сәхнәлә бейеү флешмобы асып та ебәрҙе. Уҡыусыларға дәртле бейеүселәр менән осрашыу бик оҡшаны. Ә “Иман” темаһына арнап 6-сы класта Нәсимә Сидорова асыҡ дәрес үткәрҙе.

Икенсе көндө “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” девизы аҫтында үтте, уҡытыусылар Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен яттан һөйләне. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа башҡорт теленә булған һөйөүҙәрен үҙҙәренсә яҡтырта алдылар.

Иртәгәһенә бар сараларыбыҙ ҙа “Аҡыл” девизы аҫтында уҙҙы. Мауыҡтырғыс “Алтын тирмә” уйыны ойошторолдо. Коллегам Венера Игбаева балаларға ҡыҙыҡлы һорауҙар, ребустар әҙерләгәйне. Уҡыусылар үҙидаралығы ла ошо көнгә тәғәйенләнгәйне. Балалар башҡорт теле уҡытыусылары ролендә дәрес бирҙе. 2-се класта күрһәткән дәрестәре аша 9-сы класс ҡыҙҙары Мөҙәрисова Юлиә һәм Ноғоманова Камила үҙҙәрен оҫта педагог итеп танытты. Башҡорт теленә арналған марафондың дүртенсе көнө “Башҡорт теле – шөкөр теле” девизы аҫтында үтте. 2-се класта “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” тигән темаға дәрес-викторинаны Гүзәл Төхвәтуллина ҡыҙыҡлы, йәнле итеп уҙғарҙы. Бишенсе көндә “Башҡорт дискотекаһы” ойошторолдо. Уҡыусылар башҡорт көйҙәренә тап килтереп, йә коллектив, йә шаян, йә дәртле бейеү ҡуйҙылар. 5-се класс Наилә Даутова етәкселегендә бейеү флешмобында ҡатнашты. Алтынсы көнөбөҙ “Сабыр” девизына бағышланды. Уҡыусылар сабырлыҡты сағылдырған тема буйынса шиғыр сығарыуҙа көс һынашты. Етенсе – йомғаҡлау көнө “Ихлас”лыҡҡа арналды. Заманса зауыҡлы биҙәлеше буйынса кабинеттар асыҡланды.
Шулай итеп, Аҡмулла аманатына тоғро ҡалып, туған телебеҙҙең бар нескәлектәрен барланыҡ. Шөкөр, тел өйрәнеүҙә уҡыусыларыбыҙ һынатмай!

#Миллипроекттар

Венера ВӘХИТОВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас