Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Декабрь 2021, 06:00

Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда ла “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылаБашҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Мәҫәлән, илебеҙ Президенты Владимир Путин киләһе өс йылда Рәсәйҙә донъя кимәлендәге 15 ғилми-белем үҙәген төҙөү тураһында белдергәйне. Исемлектә Башҡортостандың булыуы, һүҙ ҙә юҡ, шатлыҡлы.

Ғилми-белем үҙәген икенсе төрлө консорциум тиергә лә мөмкин. Ул үҙенең эсенә белем биреү ойошмаларын, ғилми институттарҙы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты ала. Ә республикабыҙҙағы ғилми-белем үҙәге ныҡлы өс таяуҙы хәтерләтә – һанлы технологиялар, яңы материалдарҙы эшкәртеү һәм нефть, газ тармағын үҫтереү. Был тәңгәлдә республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттары ла компетенцияларын киңәйтәсәк, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты.

Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәген төҙөүҙә Башҡорт дәүләт университетының маҡсаты – өр-яңы технологияларҙы һәм фәнгә бәйле материалдарҙы эшкәртеү.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

bashgazet.ru

 

Автор:
Читайте нас