Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Декабрь 2021, 12:00

Салауат колледжында яңы оҫтаханалар асылды

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында “Веб-технологиялар”, “Компьютер уйындары һәм мультимедиа ҡушымталары эшләү”, “Ҡунаҡхана менән идара итеү” йүнәлештәре буйынса йыһазландырылған оҫтаханалар тантаналы шарттарҙа асылды. 

Салауат колледжында яңы оҫтаханалар асылдыСалауат колледжында яңы оҫтаханалар асылды
Салауат колледжында яңы оҫтаханалар асылды

Улар IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын уҙғарыу һөҙөмтәһендә булдырылды. Бер үк ваҡытта “Дистанцияла белем биреү үҙәге”, “Электрон белем биреү китапханаһы” майҙансыҡтары менән дә танышыу ойошторолдо. Был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы мөмкин булды.

"Был оҫтаханалар яңы һөнәри һәм белем биреү программалары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, студенттар уҡыу осоронда тейешле белемгә һәм һәләттәргә эйә булып, хеҙмәт баҙарында көнәркәшлеккә эйә белгестәр булып сығасаҡ", - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.

Оҫтаханаларҙы асыу тантанаһында төрлө өлкәләр буйынса эш биреүселәр ҙә ҡатнашты. Улар колледждағы һөнәри әҙерлек биреү шарттарын юғары баһаланы.

Яңы асылған оҫтаханаларҙа WorldSkills хәрәкәтендә ҡатнашасаҡ 50 юниор өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Фото: Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы. 


#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас