

"Мәҙәни мираҫты үҫтереү киләсәк быуындарҙы тәрбиәләүҙә, быуындар бәйләнешен булдырыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Уның программаһын бай йөкмәткеле итеү, һәр төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мөһим", - тине ил башлығы Владимир Путин.
"Асылда иһә, ул Рәсәйҙә бик уңышлы тормошҡа ашырылып килгән "Мәҙәниәт" милли проектының логик өлөшө. Ул төрлө төбәктәрҙә, үҙ милли мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, үҙ милләтенә һәм төбәгенә хас булған саралар уҙғарыу өсөн ҙур мөмкинлектәр аса", - тип билдәләне Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов.
Матди булмаған мираҫ – ул әкиәттәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡтарҙың кәсептәре, һынлы сәнғәт өлгөләре, халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре.
Чечен Республикаһының халыҡ артисы «Вайнах» ансамбленең художество етәксеһе, Аднан Мажидов әйтеүенсә, бейеү сәнғәте аша беҙ халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең байлығын күрһәтәбеҙ, халҡыбыҙ тарихын һөйләйбеҙ.
Р.УСМАНОВА.