Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Ғинуар 2022, 09:57

«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2022 йылда республиканың 140 предприятиеһын «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына индерергә планлаштыра. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА
«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА

- Республика хөкүмәте дөйөм иҡтисад системаһы һөҙөмтәһен арттырыу маҡсатын ҡуя һәм айырым предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар итә, шуға ла  «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты өҫтөнлөклө булып тора. Әлеге мәлдә милли проектҡа ҡушылған предприятиелар буйынса 2021 йылда ҡуйылған план 40 процентҡа үтеп киткән. Быйыл беҙ 140 предприятиены милли проектҡа ҡушырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, - тип билдәләй Рөстәм Моратов.

Беренсе вице-премьер шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Рәсәй субъекттары араһында милли проект үтәлеше саралары рейтингында алдынғылар рәтендә һәм  милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар араһында белемен шымартҡан хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса  беренсе урында булыуын иҫләтеп үтте.

#миллипроект #нацпроекты #региональныепроекты

«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА
«ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА 140 ПРЕДПРИЯТИЕ ҠУШЫЛА
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас