

Поликлинниканы Республика Башлығы Радий Хәбиров та барып күрҙе. Етәксеһе тейешле ҡоролмалар менән йыһазландырылған табип кабинеттарын, операция блогын, рентгенология бүлеген ҡараны. Бында шулай уҡ клиник-диагностика лаборторияһы, эндоскопия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балалар бүлеге буласаҡ. Яңы бина эргәһенә газ ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы ла ҡуйылған.
Асылғандан һуң поликлиника өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла хеҙмәтләндерәсәк. Пациенттар ағымын бүлеү ҡаралған. Медицина учреждениеһы бер сменала 250 кешене ҡабул итә аласаҡ. Әлегә амбулатория ярҙамын табиптар 47 йыл элек төҙөлгән поликлиникала күрһәтә.
- Был объектты бөтә саҡмағоштар ҙа ныҡ ныҡ көтә. Яңы поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, был хеҙмәтләндереүҙең сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Күп ауырыуҙарҙы башланған мәлендә асыҡларға мөмкин буласаҡ, – ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.
Республика Башлығы пациенттарҙы маршрутлаштырыу мәғлүмәтен бар дауалау учреждениелары өсөн дә берҙәм стилдә эшләргә ҡушты.
- Пациенттарға уңайлы булһын, поликлиника эсендә йүнәлештәрҙе тиҙ асыҡлай алһын өсөн, беҙ әкренләп биналарҙың эске дизайнын унификациялаштырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Саҡмағоштар яңы поликлиниканы 1999 йылдан бирле көтә. Йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙы яйлап хәл итә барабыҙ. 2022 йылдың 1 мартына, лицензия алғандан һуң, был поликлиниканы асырбыҙ, ә һуңынан стационарҙы модернизациялау тураһында уйларбыҙ.