

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы“) “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектына ярашлы бирелгән субсидияға документтар 13 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем ҡабул ителә.
– Бындай ярҙам сараһы эшмәкәрлек йүнәлешен аныҡ билдәләгән һәм продукция етештереү, эшкәртеү күләмен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ауыл хужалығы кооперативтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Сығымды ҡаплау кооперативтарға етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙың күбеһенең ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнеүен иҫәпкә алғанда, республикала урында етештерелгән сифатлы, тәбиғи продукция күләме үҫер, тигән һығымта яһарға була.
Һайлап алынған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына техника, ҡорамалдар, мал һ.б. һатып алыуға сығымдың яртыһын ҡаплайҙар. Шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативы ағзаһынан сеймал һатып алыу буйынса сығымдың бер өлөшөн компенсациялауға ла субсидия ҡарал. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/395228/.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/422684/
bashgazet.ru
Фото яндекс