

Был аҡсаға олимпия резервындағы “Спартак” спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү бүлеге өсөн тренажерҙар комплексы (кампус-борд һәм мунборд), олимпия резервындағы 1-се спорт мәктәбе өсөн конькиҙар һатып алынған. Ике спорт мәктәбендә (1-се һәм М.М. Азаматов исемендәге 3-сө урта мәктәптә) – конькиҙы үткерләү өсөн станоктар, өс мәктәптә (“Геркулес”, 12-се һәм 22-се урта мәктәптәрҙә) татами һатып алдылар. 28-се спорт мәктәбендә байдаркала һәм каноэла шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
– Инвентарь һәм ҡорамалдар һатып алып, спорт учреждениеларының матди-техник базаһын ярайһы уҡ яҡшырттыҡ, – тине Өфөнөң Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин. – Бынан тыш, былтырҙан милли проект нигеҙендә бүленгән аҡсаны спортсыларҙың күнекмәләрен ойоштороуға йүнәлтергә мөмкин. Уҙған йылда бындай сараларҙа Өфө спорт мәктәптәренән 262 бала ҡатнашҡан.
Бүленгән аҡсанан тыш, 13-сө “Алиса” спорт мәктәбенә – “Форд” микроавтобусы, 14-се һәм “Өфөлө” спорт мәктәптәренә күнекмәләр өсөн ҡорамалдар тапшырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/436445.html
bashgazet.ru