

Юл киҫелештәрендә юл хәрәкәте билдәләре булған, диодлы ятҡыртҡыслы 17 светофор ҡуйылды. Ҡалал 640 юл билдәһе урынлаштырылды.
Был саралар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә ярҙам итте. 2021 йылда Стәрлетамаҡта үлем осраҡтары менән тамамланған 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, ә 2020 йылда 8 бындай осраҡтар булған. 2021 йылда үлеп ҡалыусылар араһында балалар юҡ, 2020 йылда бер баланың ғүмере өҙөлдө.
Проекттың төп маҡсаты автомобиль юлдарының сифатын арттырыу һәм үлем осраҡтарын ҡыҫҡартыу булып тора.