

Театр бинаһын йүнәткән ваҡытҡа спектаклдәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының кесе залында барасаҡ.
Реконструкция эштәре быйыл башланып, 2023 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш. Заказсы - Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы, ә подрядсыны, конкурс буйынса, апрель урталарында асыҡлау планлаштырыла.
Төп майҙан итеп билдәләнгән Опера һәм балет театрының бәләкәй залы тамашаларға етмәҫкә мөмкин: дәүләт заказына ярашлы, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Г. Хәмитова һүҙҙәренә ҡарағанда, театр йылына 500-ләп спектакль күрһәткән. Бер майҙанда тамашаларҙың яртыһын ғына ҡуйырға мөмкин. "Балаларҙы шатлыҡтан мәхрүм итмәйек. Уртаҡ көс һалып, өҫтәмә майҙандар табырға кәрәк", - тине Г. Хәмитова баш ҡала хакимиәтендәге күптән түгел булған ултырышта.
Ҡала хакимиәте Өфөнөң балалар филармонияһында ла урын бирергә әҙер. Ул үткән йыл декабрҙә, реконструкция үткәрелеп, яңынан асылғайны.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: afisha-ufa.ru
bashgazet.ru