

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, Башҡортостанда медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Өфөнөң 21-се ҡала клиникаһында ике Carestation 620 анестезиология системаһы файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың хаҡы туғыҙ миллион һум тәшкил итте.
Операция барышын тиҙләтергә ярҙамлашыусы идара итеүҙең төп элементтары ҡул аҫтында, был эште көсөргәнешһеҙ башҡарырға булыша. 15 дюймлы экран тиҙлекле сенсор идараһы менән. Төп функцияларға инеү ябайлаштырылған. Тын алыу системаһын махсус инструменттар ҡулланмайынса ла еңел генә төшөрөргә мөмкин. Яңы наркоз аппараттарын белгестәр юғары баһаланы.
– Профессиональ мөхиттә анестезия үткәреүҙә ҡорамал үҙен ышаныслы күрһәтте. Ул табиптың көндәлек эшен ябайлаштыра, еңелләштерә, ҡатмарлы шарттарҙа ла үҙен аҡланы, – ти 21-се дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.
Яңы ҡорамалда йөҙгә яҡын операция яһалған да инде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
#Нацпроекты
bash.bashinform.ru