Тикшереү уҙғарыу нигеҙендә 11 километрҙан ашыу оҙонлоғоҡта юлдар исемлеге билдәләнде. Һайлап алынған юлдарҙың бер өлөшө социаль объекттарға, туристик сәйәхәт урындарына алып бара.
Мәҫәлән, Имай Насыри урамында (Ҡара диңгеҙ урамынан алып Октябрь проспектына тиклем) һәм Фестиваль урамы буйлап (Кочетов урамынан Социалистик урамына тиклем). Был урындарҙа ҡала, республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө саралар менән ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып тороусы Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм “Сода” ҡала мәҙәниәт һарайы урынлашҡан. Шулай уҡ Вокзал урамының 21-се йортонан 23-сө йортона тиклемге урында Тимер юл вокзалы янындағы юл да ремонтланасаҡ.
Шулай уҡ милли проект сиктәрендә Стәрлетамаҡта
светофор объекттары урынлаштырыласаҡ, иҫкеләре яңыларына алыштырып ҡуйыласаҡ.
Р.САФИНА.