Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Марта 2022, 04:15

Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы шәхси балалар баҡсалары федераль гранттар алды

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында субсидия рәүешендәге грант тапшырыу өсөн шәхси мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларын һайлап алғандан һуң, Өфөнөң «Йәйғор» балалар баҡсаһы һәм Стәрлетамаҡтың «Тиктормаҫтар» үҫеш үҙәге еңеүсе тип танылды. Уларға 3,7 миллион һум һәм 2,47 миллион һум күләмендә аҡса бирелә.

Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы шәхси балалар баҡсалары федераль гранттар алдыӨфө һәм Стәрлетамаҡтағы шәхси балалар баҡсалары федераль гранттар алды
Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы шәхси балалар баҡсалары федераль гранттар алды

Аҡса мәктәпкәсәучреждениеларҙы белем һәм тәрбиә биреү саралары менән йыһазландырыуға йүнәлтелә. Дөйөм алғанда, 50 бала (Өфөлә —30, Стәрлетамаҡта 20 балалар баҡсаһы) шәхси балалар баҡсаһына урынлаштырыла, ә ата-әсә түләгән хаҡ муниципаль түләүгә тиңләштерелә. Әле Башҡортостанда 49 шәхси балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Йыл һайын төбәк проекты сиктәрендә конкурс буйынса һайлап алыу уҙғарыла. Әйтәйек, 2021 йылда республиканың 11 шәхси балалар баҡсаһы 400 өҫтәмә урын булдырыу өсөн грант алды.

#Миллипроекттар

Башинформ.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас