Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Май 2022, 11:16

Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ

Сит илдән килгән тауар төрҙәрен үҙебеҙҙә етештереп алыштырыуға йүнәлтелгән сәйәсәтте Стәрлетамаҡта предприятиелары ла күтәреп алды. Стәрлетамаҡтағы «Оптимедсервис» компанияһы йылдам үҫешә, ул  офтальмология баҙарында ҡорамалдар һәм кәрәк яраҡтар етештереү менән шөғөлләнә. Ойошманың продукцияһы офтальмохирургияла ҡулланыла, эшләнгән эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына тап килә.

Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ
Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ

Миникластер 1993 йылдан бирле эшләй. Компания булдырылғандан бирле катаракта һәм витреоретиналь хирургия өлкәһендә фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара, был ҡорамалдарҙы яңыртырға һәм яҡшыртырға булышлыҡ итә.

Компания контакт линзаларын, уларҙы ҡулланғанда кәрәк булған тауар, һәм шулай уҡ күҙгә микрохирургия операцияларын башҡарыу ҡорамалдары етештерә. «Оптимедсервис» контакт линзалары ҡулланыуҙа кәрәк булған барлыҡ тауар линияһын етештереүсе Рәсәйҙә берҙән бер компания булып тора. Ҡулланылған сеймал һәм компоненттарҙың 80 проценты үҙ илебеҙҙә етештерелә.

Әлеге мәлдә предприятиела 500 хеҙмәткәр эшләй. Оптимедсервис үҙ эшен тағы ла арттырырға һәм ҙур пландар, маҡсаттар менән йәшәй.

Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ
Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ
Күҙ хирургияһы ҡорамалдарын үҙебеҙ етештерәбеҙ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: