Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Май 2022, 11:05

Башҡортостандан биш балалар баҡсаһы грант аҡсаһы алды

Башҡортостан Республикаһының биш балалар баҡсаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы булдырылған "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә субсидия рәүешендә федераль бюджеттан грант алды, ул ғына түгел, мәктәпкәсә йәштәге булған ата-әсәләргә консультация үҙәктәрен булдырыуға һәм тәьмин итеүгә лә конкурс нигеҙендә һайлап алыу турында еңеүсе булды.

Башҡортостандан биш балалар баҡсаһы грант аҡсаһы алды
Башҡортостандан биш балалар баҡсаһы грант аҡсаһы алды

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан конкурс нигеҙендә һайлап алыу туры үткәрелде, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән өс йүнәлеш буйынса 55 балалар баҡсаһы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан биш балалар баҡсаһы еңеүсе булды.

"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ата-әсәһенә (законлы вәкилдәренә) психологик-педагогик, методик, диагностик һәм консультация ярҙамын күрһәтеү буйынса Өфө ҡалаһының 227-се, 263үсө, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһы грант аласаҡ. "Ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеү моделен булдырыу" йүнәлеше буйынса Өфө ҡалаһының 251-се һәм 225-се балалар баҡсаһы грант ала.

Гранттарҙың дөйөм суммаһы биш миллион һум тәшкил итә, һәр ойошма федераль бюджеттан бер миллион һум аласаҡ.

Рәмил Мансуров.

#национальныепроекты

Автор:
Читайте нас: