Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2022, 19:49

Рәсәйҙә йәй көнө бюджет сәйәхәтенең яңы йүнәлештәре иғлан ителде.

Ростуризм йәйге туристик чартерҙар географияһын киңәйтеүҙе тураһында хәбәр итте. Был хаҡта "Лента.ру" редакцияһына  ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Рәсәйҙә йәй көнө бюджет сәйәхәтенең яңы йүнәлештәре иғлан ителде.
Рәсәйҙә йәй көнө бюджет сәйәхәтенең яңы йүнәлештәре иғлан ителде.

10 июндән алып Рәсәйҙәр Камчатка һәм Чечен Республикаһына, 12 июндән - Карелия республикаһына,20 июлдә - Бурятияға, 20 июлдә - Приморье крайына, 22 июлдә Сахалин өлкәһенә рейстар асыла.
Калининград өлкәһенә бюджет сәйәхәттәре 1 августан башлап була.
Быларҙан тыш, йәй дауамында Дағстан һәм Татарстан ҡалаларына чартер рейстары дауам итә.
"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә ойошторолған туристик чартерҙары программаһы туроператорҙарға һауа судноһын хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙың яртыһын ҡаплатыуға мөмкинлек бирә, һөҙөмтәлә пакетлы турҙарҙың хаҡы 1,5-2 тапҡырға кәмей. Былтыр формат ете йүнәлеште үҙ эсенә алған.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 30 меңдән ашыу кеше чартер программаһы менән файҙаланған һәм ил буйлап осош һатып ала алды. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко фекеренсә, йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны 50 меңгә етеүе ихтимал.
Фото: bashturist.ru
#национальныепроекты#нацпроекты#миллипроекттар

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: