Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта киберспорт үҫешен яйға һалырға булдылар.

Ҡала хакимиәтенә ярҙам һорап Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары - быйыл ҡалала асылған киберклуб хужалары мөрәжәғәт итте.

Яңы эш башлаусы бизнесмендарҙың маҡсаты - Стәрлетамаҡта ошо спорт төрөн популярлаштырыу. Яңыраҡ был клубта балалар йорто һәм Стәрлетамаҡ филиалы студенттары араһында 2 турнир үтте лә инде. Планда - клубты киңәйтеү һәм уның нигеҙендә республика йыйылма командаһы базаһында ойоштороу.
Йәш эшҡыуарҙар хакимиәткә ҡорамалдар һатып алыу өсөн финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Эшҡыуарҙарға грант алыуҙа  ла ярҙам күрһәтеләсәк.
Ҡала хакимиәтендә бындай  эшҡыуарлыҡ сәғәттәре "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә үтә. 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

#национальныепроекты#нацпроекты#миллипроекттар#Стәрлетамаҡ#Ашҡаҙаргәзите

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в