Бөтә яңылыҡтар

Милли проект ярҙамында.

Республика дауаханалары 1,366 миллиард һумға медицина ҡорамалдары ала. 

Милли проект ярҙамында.
Милли проект ярҙамында.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу буйынса быйыл 1,366 миллиард һумдан ашыуға 1 536 берәмек медицина ҡорамалдарын һатып алыу күҙаллана. Һүҙ, атап әйткәндә, бер томография, 23 рентген, 15 флюорограф һәм 28 маммограф  аппараты хаҡында бара. Бынан тыш, ошо уҡ программа сиктәрендә  беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмалары өсөн 85 автомобиль һатып алыу күҙаллана. Йыл башынан алып дауаханаларға 33 автомобиль оҙатылған.

#национальныепроекты#миллипроекттар#нацпроекты#Башкортостан#регпроекты

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в