Бөтә яңылыҡтар

300-сө сабый тыуған!

Бәхетле ғаиләгә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләге лә тапшырылған.

300-сө сабый тыуған!
300-сө сабый тыуған!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 300-сө сабыйы тыуыуы тураһында акт теркәлде. Екатерина  һәм Марсель Түләбаевтарҙың көтөп алған икенсе сабыйҙары – ҡыҙҙары 9 июндә донъяға ауаз һалған. Сабыйға ата-әсәһе Ралина тигән исем ҡушҡан, ул - ғаиләлә икенсе бала.
Бәхетле ғаиләгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре балалары тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләген дә тапшырған.
Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса районда эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

#нацпроекты#национальныепроекты#миллипроекттар#миллипроект#

Фото:Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в