Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2022, 16:33

Сифатҡа ҡарата дәғүә юҡ!

Республикала Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә байтаҡ юлдар ремонтлана. Мәҫәлән, быйыл ғына 203 юл яңырырға тейеш. Бынан тыш 456 метр алыҫлыҡтағы 9 күпер сафҡа индерергә планлаштырыла.

Сифатҡа ҡарата дәғүә юҡ!
Сифатҡа ҡарата дәғүә юҡ!

Проект сиктәрендә Стәрлетамаҡта ла байтаҡ юлдар яңы төҫ ала, юлдың сифаты менән бер юлы хәүефһеҙлеге лә арта. Мәҫәлән, күптән түгел генә Элеватор урамында ла 750 метр юл арауығында япма алыштырылды, асфальт түшәлде, юл һыҙаттары билдәләнде. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ремонт эштәрен сит компания түгел, ә нәҡ ҡалаланы хеҙмәтләндергән Стәрлетамаҡ “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы башҡарып сыҡты. Был эшкә йәмғеһе 12 берәмек техника йәлеп ителгән.
Әлеге ваҡытта эш тамам һәм юлды сафҡа индереү өсөн махсус комиссия ҡабул итеп алды ла инде. Ҡала хакимиәтенең төҙөлөш буйынса бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев белдереүенсә, ремонт эштәре ваҡытында һәм сифатлы башҡарылған.
– Юлды Өфөнән мәхсөс лаборатория тикшерҙе, ҡала хакимиәтене экспертизаһы үтте. Сифатҡа ҡарата дәғүә юҡ, – тип белдерҙе ул.
Әйткәндәй, Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы ҡаланың башҡа өлөштәрендә лә ремонт эштәре алып бара. Мәҫәлән, Гогол, Курчатов, Имай Насыри, Көнъяҡ урамдарында шулай уҡ асфальт һалыу эштәре тамамланды. Яҡын арала юлсылар Суворов һәм Фестиваль урамдарында юл ремонтларға тотона.
Быйыл Стәрлетамаҡта йәмғеһе 11 километр алыҫлыҡтағы 15 юлды ремонтлау планлшатырылған.
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Һүрәттә: Ҡала хакимиәтенең төҙөлөш буйынса бүлеге начальнигы Марат Кинйәбаев һәм Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы директоры урынбаҫары Станислав Пантелеев юлдың сифатын тикшерә.

 

#нацпроект #нацпроектыРБ #Региональныепроекты #Стерлитамак #Путин #ПрезидентРФ #ВладимирПутин

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: