Объекттың оҙонлоғо 610 метр тәшкил итә. Юл эштәре өсөн 18,9 миллион һум аҡса киткән.Муниципаль килешеү буйынса подряд ойошмаһы Кемеров урамында ремонт эштәрен 19 сентябрҙә тамамларға тейеш була. Эшселәр иһә июнь аҙағында уҡ ремонттың осона сыҡҡан. Бында яңы асфальт-бетон япма һалынған, иҫке юл сите таштары яңыларына алмаштырылған, тротуар йүнәтелгән, юл билдәләре һыҙылған.Быйыл милли проект буйынса дөйөм оҙонлоғо 22 саҡрым тәшкил иткән 17 юл участкаһын нормаға килтереү ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#Национальныепроекты#нацпроекты#миллипроекттар#миллипроект