

“Ростуризм” 2023 йылда туризм өлкәһендәһе проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа грант аласаҡ 48 төбәкте һайлап алды, улар араһында Башҡортостан да бар.
”Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә беҙҙең республикаға федераль ҡаҙнанан 335,5 миллион һум ярҙам күрһәтеләсәк. Был осраҡта республика ҡаҙнаһынан да 6,84 миллион һум өҫтәп биреү ҡаралған.
“Ошо сара төбәктең туристик тармағына ярҙам итеү мөмкинлеге бирәсәк. 2023 йылда бүленгән был аҡсаға беҙ республикала 70 проектты тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, ә был иһә беҙҙәге сәйәхәттәрҙе уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итәсәк”, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Барлығы өс төрҙәге грант ҡаралған. Йылға һәм күл ярҙарындағы пляждарҙы төҙөкләндереүгә, шулай уҡ милли туристик маршруттарҙы үҫтереүгә республика 148,9 миллион һум аласаҡ, кемпингтар һәм автокемпингтар булдырыуға – 81,7 миллион һум, туристик ҡорамалдар һәм электрон юл күрһәткестәре алыуға, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға 104,8 миллион һум бүленә.
Дәүләт ярҙамы конкурс нигеҙендә һайлап алынған эшҡыуарҙарға күрһәтеләсәк. Грантты алыусы проектты тормошҡа ашырыуға грант хаҡының 50 проценты күләмендә үҙ аҡсаһын да тотонорға тейеш.
https://bashgazet.ru
Фото: pravitelstvorb.ru.