Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 04:00

Республикала яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә

Миәкә районында яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә, был иһә Башҡортостанда ошондай кимәлдәге ун бишенсе объект. 

Республикала яңы тау саңғыһы курорты төҙөләРеспубликала яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә
Республикала яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә

 Әлеге ваҡытта республикала төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 75 трассаһы булған 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй, шуларҙың 19-ы классификацияланған һәм федераль туристик объекттар исемлегенә индерелгән. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2021 йылдан алып проектҡа консультация ярҙамы күрһәтә һәм инвесторға республика хөкүмәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Ярҙам «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттары сиктәрендә күрһәтелә.

«Республикабыҙҙа тау саңғыһы туризмы туристик хеҙмәттәр баҙарында айырым бер урынды биләй һәм тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Әйтәйек, яңы йыл каникулдарында, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 9-ына тиклем, республиканың тау саңғыһы үҙәктәре 95 меңгә яҡын туристы ҡабул иткән. Бынан тыш, беҙ 2022 йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 10 курорты иҫәбенә индек, әле дүртенсе баҫҡыстабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Яңы проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме — 140 миллион һум самаһы. Беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу осорона (2022-2023 йылдар) 55,43 миллион һум йүнәлтелә. Инвестиция проекты ярҙамында 35 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

#Миллипроекттар

Башинформ.

Автор:
Читайте нас