Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2022, 11:54

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ҡабаҡ байрамы үтте

Социалистик хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының хәҙер үҙ бренды. Улар ҡабаҡ фестивален үткәрҙе.

Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ҡабаҡ байрамы үтте
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ҡабаҡ байрамы үтте

Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл хужалығы өлкәһенең үҫемселек тармағында уңыш ҡаҙанған, сөгөлдөр үҫтереүсе Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш үҫтерә.

Өҫтәлдәр ҡабаҡтан бешерелгән һый-ниғмәтән һығылып тора. Һикһән йәшлек Гәүһәрә Моталлапованың был йәшелсәне үҫтереү буйынса тәжрибәһе лә, белеме лә етерлек. Уның фекеренсә, йәшелсә хәтерҙе яҡшырта, йүтәлде еңеләйтә, быуындарға ла файҙалы .

Хужабикәләр байрамға ентекле әҙерләнгән: ҡабаҡтан һуттар ҡойған, ҡайнатмалар әҙерләгән, эсен таҙартып тәмле бутҡалар бешергән. Сағыу сувенирҙар, уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡта ла уларға етеүсе юҡ.

Ҡабаҡ – Үтәгән хужабикәләренең өҫтәлендәге төп ризыҡ тип әйтергә була. Фирғәүендәр тәғамын, көҙ йәмен улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронан күпләп үҫтерә. Аш итеп ҡулланыу күпме ғаиләләрҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡала.

Файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа рәхмәт йөҙөнән ошо ауылда тыуып-үҫкән Айрат Искәндәров «Үтәгән ҡабаҡ фестивале-2022» проектын халыҡ уңғандарын берләштереүсе байрам булараҡ үткәреү тәҡдимен индергән. Сарала ул ҡабаҡтан аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Төрлө конкурс, оҫталыҡ дәрестәренән Үтәгән ауылы урамдары гөрләп торҙо. Йәш-елкенсәк «Арғымаҡ» этно-рок төрөкөмө солисы Ринат Рамаҙанов моңдары менән бер тулҡында тирбәлде. Ауыл халҡын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та махсус тәбрикләне, моңло йырҙарын бүләк итте. Йәшлек йылдары үткән ауыл уңғандарының мәҙәни проектына уңыш теләне.

Үтәгәндә ойошторолған муллыҡ һәм оҫталыҡ байрамыда әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Киләһе йыл был сараны ойоштороусылар район сиктәрендә генә түгел, республика кимәлендә үткәрергә теләй.

Байрам түрен йәмләгән ҡабаҡтың ауырлығы 30 килограммдан ашыу тарта. Уны Үтәгән ауылының уңған хужаһы Заһир Батталов үҫтергән. Файҙалы һәм һаулыҡҡа файҙалы ҡабаҡты киләһе уңышҡа тиклем һаҡлап ҡулланырға мөмкин.

#Нацпроекты

 

https://bash.news

 
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ҡабаҡ байрамы үтте
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ҡабаҡ байрамы үтте
Автор:
Читайте нас: